Башҡортостанда айыу атты ботарлаған11.09.2026

Башҡортостанда айыу атты ботарлаған

Фото: Олег Яровиков | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Благовещен районының Ошмянка ауылында ҡот осҡос хәл булған. БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, яланда фермерҙың атына айыу һөжүм иткән.

Социаль селтәрҙәрҙә таралған фотоларҙан күренеүенсә, ас тайыштабан атты ботарлап ташлаған. Урындағы халыҡ әйтеүенсә, әлеге хәлдән һуң айыуҙың күренгәне юҡ.

Хәбәр иткәнебеҙсә, Башҡортостанда айыу баллы солоҡто урлаған.



Вернуться назад