Башҡортостанда тауыҡ йомортҡаһындай боҙ-борсаҡ яуған
Благовар районының Үрге Ҡарғалы ауылында көслө боҙ-борсаҡ яуып үткән. Был хаҡта «Башинформ»ға ошо күренештең шаһиттары хәбәр итте.
Урында йәшәүсе һауа торошо эҙемтәләрен фотоға төшөргән. Фотоһүрәттәрҙән күренеүенсә, уларҙың ҡайһы берҙәре тауыҡ йомортҡаһындай.
«Тәбиғәт ғәрәсәте машиналарға, ҡоймаларға, баҡсалағы үҫемлектәргә зыян килтерҙе. Тәҙрәләр ватыҡ. Боҙ-борсаҡ яуғандан һуң беҙҙә бик һалҡын», — ти Үрге Ҡарғалыла йәшәүсе Филзә Еникеева.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һауа шарттарының боҙолоуы һәм көслө ел тураһында иҫкәрткәйне. Синоптиктар фаразы буйынса, бөгөн һәм иртәгә көслө ямғыр, боҙ-борсаҡ яуыуы, күк күкрәүе, елдең секундына 22 метрға тиклем көсәйеүе көтөлә.