Башҡортостанда әсә балаларына 1 миллион һумдан ашыу алимент түләмәй ҡасҡан

Суд приставтары Балаҡатай районында балаларына 1 миллион һумдан ашыу алимент түләмәй ҡасып йөрөгән әсәне эҙләй.
Уға ҡарата мәжбүри һәм тәьмин итеү сараларының бөтә комплексы ҡулланылған, шул иҫәптән уның Рәсәйҙән ситкә сығыу хоҡуғы сикләнгән.
Суд приставтары хеҙмәтенә бармаған ҡатын башҡарма эҙләүгә иғлан ителгән.
Әсәнең Силәбе өлкәһенең Златоуст ҡалаһында ҡасып йөрөүе ихтимал.