Өфө районында еңел автомобиль комбайнға барып бәрелгән

Өфө районында комбайн ҡатнашлығында авария булған. Кисә киске сәғәт 11-ҙә Өфө – Шишмә трассаһында Toyota Land Cruiser 200 рулендәге 43 йәшлек ир ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан һәм юл ситендә торған комбайнға бәрелгән.
Еңел автомобиль водителе ауыр йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған.
Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре тикшереү үткәрә. Юл фажиғәһенең сәбәптәре асыҡлана.
Социаль селтәрҙәрҙә яҙыуҙарынса, ауыл хужалығы техникаһы көндөҙ үк юл ситендә торған. Янында бер ниндәй ҙә иҫкәртеү билдәләре ҡуйылмаған, тип раҫлай автоһәүәҫкәрҙәр.