Был хәл бөгөн Стәрлетамаҡтың Хоҙайбирҙин урамында теркәлгән.
«Башинформ»ға хоҡуҡ һаҡлау органдарындағы сығанаҡ хәбәр итеүенсә, бер ғаиләлә бәхетһеҙ осраҡ теркәлгән. Өлкәндәрҙең күҙ уңынан ысҡынған бала икенсе ҡаттағы фатирҙың тәҙрәһенән ҡолап төшкән. Ул етди йәрәхәттәр менән ҡала дауаханаһына оҙатылған. Малай тәрбиәләнгән ғаилә имен, иҫәптә тормай.
Бынан алдараҡ Башҡортостанда мәктәп директоры етенсе класс уҡыусыһының имгәнеүе өсөн яуап бирҙе.