Башҡортостанда сәнәғәт объектына БПЛА-ның террористик һөжүме кире ҡағылды23.07.2026

Башҡортостанда сәнәғәт объектына БПЛА-ның террористик һөжүме кире ҡағылды

Фото: Ксения Калинина | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн Туймазы районындағы сәнәғәт объектына дошмандың пилотһыҙ осоу аппараттарының террористик һөжүме кире ҡағылды.

«Зыян күреүселәр юҡ. БПЛА ҡалдыҡтары төшкәндән һуң сыҡҡан янғынды һүндереү эштәре алып барыла. Урында оператив хеҙмәттәр эшләй», — тиелә ведомствоның рәсми белдереүендә.

Башинформ 23 июлдә иртән Башҡортостан биләмәһендә «Пилотһыҙ хәүеф» режимы иғлан ителеүе тураһында яҙғайны. Шулай уҡ Өфө аэропортында самолеттарҙы ҡабул итеү һәм осороу ваҡытлыса туҡтатылды.




Вернуться назад