Республикала ҡотҡарыусылар 4 көн элек батып үлгән ирҙе тапҡан

Ҡыйғы районының Абзай ауылында һыуға батҡан ирҙең кәүҙәһе табылған. Фажиғә 18 июлдә булған. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, ул көндө бер төркөм йәштәр Ыҡ йылғаһы буйында табын ҡорған. Һуңынан уларҙың береһе юғалған. Улар ял иткән урын тирәһендәрәк уның әйберҙәре табылған.
Кисә Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары һыуға батып үлгән ирҙең кәүҙәһен сығарған. Фажиғә булған йылға ярында һыу инеүҙе тыйыу тураһында аншлагтар ҡуйылған. Тикшереү башланған.