Хәлде республиканың Сәнәғәт министрлығы контролдә тота.

Пермь крайында көслө ямғыр яуыуға һәм Сарыс йылғаһында һыу ташыуға бәйле Асҡын районының өс ауылы утһыҙ ҡалған. Килеп тыуған хәл тураһында хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова һөйләне.
Уның һүҙҙәренсә, 19 июлдә киске сәғәт 7-нән Үршиҙе ауылында электр тәьминәте өҙөлгән. 20 июлдә иртәнге сәғәт 6-нан Сураш һәм Солтанбәк ауылдарында ла ут юҡ.
«Хәл республиканың Сәнәғәт министрлығы контролендә», — тип билдәләне Ирина Голованова.
Асҡын районы хакимиәте башлығы Динис Йосопов хәбәр итеүенсә, урында махсус хеҙмәттәр, шул иҫәптән ҡотҡарыусылар эшләй.