Өфөлә табиптар ярҙамына мохтаж малай юғалған16.07.2026

Өфөлә табиптар ярҙамына мохтаж малай юғалған

Фото: «БаРС» ирекле эҙләү-ҡотҡарыу отряды | социаль селтәрҙәр

Өфөлә йәшәүсе Сабит Ҡунаҡҡоловты 16 июлдән алып эҙләйҙәр. «БаРС» ирекле эҙләү-ҡотҡарыу отряды мәғлүмәттәре буйынса, уҡыусы аҡһыл көрән футболка, ҡуйы йәшел төҫтәге шорты, һоро кеды һәм аҡһыл көрән кепка кейгән булған.

Малайҙың билдәләре: буйы 134 сантиметр, уртаса кәүҙәле, һорғолт сәсле, ҡуңыр күҙле. Волонтерҙар хәбәр итеүенсә, бала табиптар ярҙамына мохтаж.

Уның хаҡында ниндәй ҙә булһа мәғлүмәт белеүселәрҙән 7-937-3-102-112 йәки 112 телефондары буйынса хәбәр итеүҙәрен һорайҙар.



Вернуться назад