Өфөлә полиция заправкала килеп тыуған ыҙғышты тикшерә16.07.2026

Кисә Өфөнөң Затон биҫтәһендә бензин артынан сиратҡа тороусылар үҙ-ара һуғышып китә.

Фото: Ксения Калинина

Социаль селтәрҙә хәбәр ителеүенсә, водителдәр араһында ыҙғыш бензин артынан сиратҡа торған мәлдә ҡупҡан. Видеояҙмала ҡатын-ҡыҙҙарҙың тартҡылашыуы ла күренә. Ыҙғыш кемдеңдер уларҙың күҙенә газ баллоны менән һиптереүе менән тамамлана.

Әлеге хәл буйынса БР эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән «Башинформ»ға былай тип хәбәр иттеләр: 

«Эске эштәр министрлығының Өфө районы буйынса бүлегенә заправкала бер нисә ир-егеттең һуғышыуы тураһында хәбәр иттеләр. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ыҙғышта ҡатнашыусыларҙың береһе газ баллонын ҡулланған, шул уҡ ваҡытта бер кем дә медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт итмәгән. Полиция хеҙмәткәрҙәре урынға килеүгә ыҙғыш ҡуптарыусылар юҡ ине. Мөрәжәғәт буйынса тикшереү үткәрелә».

Бынан алда Башҡортостан вице-премьеры заправкаларҙағы сираттың сәбәптәрен аңлатты.



Вернуться назад