Башҡортостан ауылында көслө дауыл йорттарға һәм хужалыҡ ҡаралтыларына зыян килтергән

БР буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Учалы районының Илсе ауылында дауыл өс йорттоң ҡыйығын алып осорған. Шулай уҡ хужалыҡ ҡаралтыларына һәм ҡоймаларға зыян килтергән.
«Йәшәйеште тәьмин итеү системалары, социаль һәм мәҙәни объекттар штат режимында эшләй. Урында Учалы районы хакимиәте комиссияһы килтерелгән зыянды баһалау буйынса эш алып бара. Йүнәтеү эштәре планлаштырыла», — тип хәбәр иттеләр ведомствонан.
Йорттар йәшәргә яраҡлы.