Асҡарҙа табип пациенттың үлемендә ғәйепләнә
Әбйәлил районы дауаханаһының 47 йәшлек терапевы һаҡһыҙлыҡ арҡаһында үлемгә дусар итеүҙә ғәйепләнә. Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, табип ашығыс ярҙам менән килтерелгән 35 йәшлек пациентты ҡабул иткән һәм тиҙ арала операция яһарға кәрәклеген белмәгән, уға кардиология үҙәгенә йүнәлтмә бирмәгән. Уның урынына ҡабаттан тикшереү үтергә ҡушҡан.
Пациент дауаханаға сираттағы тапҡыр килгәнендә аорта аневризмаһы шартлауҙан вафат булған. Тикшереү тамамланған, енәйәт эше судҡа ебәрелгән.