Баймаҡ районында өс өлкән кеше һәм 8 йәшлек бала юл фажиғәһендә һәләк булған14.07.2026

Ике «Лада» — «Веста» менән «Ларгус» бәрелешкән.

Фото: видеонан скриншот | Башҡортостандың Дәүләт автоинспекцияһы

Магнитогорск — Ира юлының 126-сы километрында булған юл-транспорт ваҡиғаһында дүрт кешенең ғүмере өҙөлгән. Шул иҫәптән һигеҙ йәшлек бала һәләк булған, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Дәүләт автоинспекцияһынан.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 13 июлдә киске сәғәт 11 тирәһендә «Лада Веста»ның 25 йәшлек водителе Сибай яғына китеп барғанда ҡаршыға килгән «Лада Ларгус» менән бәрелешкән.

Ике водитель, шулай уҡ «Ларгус»тың 8 һәм 34 йәшлек пассажирҙары һәләк булған. 5 йәшлек ҡыҙыҡай төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған.



Вернуться назад