Учалы районында ауыл дауылдан һуң электр уты менән тәьмин ителде10.07.2026

Учалы районында ауыл дауылдан һуң электр уты менән тәьмин ителде

Фото: Юлия Ефимова | Учалы районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге етәксеһе вазифаһын башҡарыусы

Учалы районының Өргөн ауылында дауыл эҙемтәләрен бөтөрөү эштәре алып барыла.

Кисә унда көслө ҡойон үткән. Электр сымдары өҙөлгән, бөтә ауыл утһыҙ ҡалған. Ә 10 йортта газ һүндерелгән. Дауыл йорттоң һәм хужалыҡ ҡаралтыларының ҡыйыҡтарын осороп алып киткән.

Районда оператив штаб ойошторолған. Хакимиәт башлығы Руслан Ғиләжетдинов хәбәр итеүенсә, ауылдың күпселек өлөшөндә электр уты бирелгән.

Районда оператив штаб ойошторолған. Хакимиәт башлығы Руслан Ғиләжетдинов хәбәр итеүенсә, ауылдың күпселек өлөшөндә электр уты бирелгән.

«Төнгә тиклем эшләгән энергетиктарға рәхмәт белдерәм. Иртәнге 6-ға ҡарата 597 йорттоң 40-ы утһыҙ ҡала. Эштәрҙе тиҙерәк тамамлау өсөн бөгөн ярҙамға өҫтәмә көстәр — Белорет һәм Әбйәлил райондарынан БашРЭС-тың авария бригадалары киләсәк. Техника һәм белгестәр юлға сыҡҡан», — тип хәбәр итте район хакимиәте башлығы.

Шулай уҡ һыу, газ менән тәьмин итеүҙе тергеҙеү, элемтә, сүп-сар йыйыуҙы ойоштороу мәсьәләләре лә контролдә тотола. Районда коммуналь һәм авария бригадалары өҙлөкһөҙ эшләй алһын өсөн «Юғары әҙерлек» режимы индерелгән.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, кисә Учалы районының Өргөн ауылы тирәһендә көслө дауыл (ҡойон) булған. Тәбиғәт ғәрәсәте һөҙөмтәһендә электр сымдары өҙөлгән. Ауыл ваҡытлыса утһыҙ ҡалған, 10 йортта газ һүндерелгән.



Вернуться назад