Башҡортостанда медицина ярҙамы талап ителгән пенсионер юғалған

Учалыла Нәғим Мөрсәлимов 5 июлдә хәбәрһеҙ ғәйеп булған. «БаРС» ирекле эҙләү-ҡотҡарыу отряды мәғлүмәттәре буйынса, 66 йәшлек ир аҡ-күк һыҙатлы тельняшка, ҡара трико һәм сланцы кейгән.
Пенсионерҙың билдәләре: буйы 170 сантиметр, уртаса кәүҙәле, сал сәсле, һоро күҙле. Яҡташыбыҙ табиптар ярҙамына мохтаж.