Октябрьскийҙа ир бер туғанын үлтереүҙә ғәйепләнә

Октябрьский ҡалаһының баҡса ширҡәтендә ағалы-ҡустылы араһында бәхәс ҡупҡан.
Октябрьский ҡала суды мәғлүмәте буйынса, 2026 йылдың 30 июнендә «Башҡортостанға 50 йыл» коммерцияға ҡарамаған баҡса ширҡәтендә бер туғандарҙың осрашыуы фажиғә менән тамамланған.
Тәфтишселәр асыҡлауынса, ағай-ҡусты араһында көслө бәхәс тыуған. Уларҙың береһе ҡыҙып китеп, туғанына күп тапҡыр бысаҡ менән сәнскән, уныһы шунда уҡ йән биргән.
Суд ҡарары буйынса, ир 2026 йылдың 1 сентябренә тиклем тәфтиш изоляторына ябылған.