Башҡортостанда ике бала ата-әсәһен борсолорға мәжбүр иткән
Уҙған тәүлектә Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының 112 системаһына республиканың ике районынан юғалған балалар тураһында хәбәр килгән.
Ведомствоның матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, ике осраҡ та уңышлы тамамланған.
Бер осраҡ Көйөргәҙе районында булған: бәләкәй бала өйөнән сығып киткән. Уны ата-әсәһе тапҡан. Икенсе осраҡ – Учалы районында. Бында ҡала пляжында үҫмер ҡыҙ юғалған. Бәхеткә, ул имен-һау табылған.