Белоретта 30 июнь иртәһе ишле ғаилә өсөн фажиғә менән тамамлана яҙған.
Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, Пугачев тыҡрығында урынлашҡан шәхси йортта күп балалы ғаилә: ата-әсә һәм уларҙың дүрт бала йоҡлап ятҡан. Әсә сәйер шау-шыуға уянып, тупһаға сыҡҡан һәм һарайҙың янғанын күргән.
Ут кәртә-ҡура аша йортҡа күскән. Ҡатын тиҙ генә ирен һәм балаларын уятҡан. Өй эсенә төтөн тулған, шул мәлдә янғынды иҫкәртеү ҡоролмаһы эшләп киткән.
Ата-әсә балаларын алып, урамға йүгереп сыҡҡан. Ваҡиға урынына Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты янғын һүндереүселәре килеп еткән. Янғын һүндерелгән. Бер кем дә зыян күрмәгән. Хәҙер ғаилә хәүефһеҙ урында, улар өләсәйҙәрендә йәшәп торасаҡ.