Башҡортостанда ирле-ҡатынлының үҙ балаларына миллион һумдан ашыу бурысы йыйылған24.06.2026

Башҡортостанда ирле-ҡатынлының үҙ балаларына миллион һумдан ашыу бурысы йыйылған

Фото: Башҡортостан буйынса Федераль суд приставтары хеҙмәте / матбуғат хеҙмәте

Башҡортостан суд приставтарының Калинин районы бүлеге үҙ балаларына алимент буйынса бурысы йыйылған Алмаз менән Гөлсәсәк Г.-ны эҙләй. Уларҙың ике бәләкәй балаһына 1 миллион һумдан ашыу бурысы бар.

Мәғлүм булыуынса, ир менән ҡатын Мәскәүҙә һәм Мәскәү өлкәһендә йәшенеп йөрөй, рәсми рәүештә эшләмәй. Бурыслылар суд приставтары хеҙмәте менән бәйләнешкә сыҡмауы, оҙаҡ ваҡыт йәшенеүе сәбәпле, Рәсәй Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса баш идаралығы ирле-ҡатынлыға эҙләү иғлан иткән.

Был кешеләрҙе күреүселәр булһа, 8 (347) 273-56-40 йәки 8-927-319-71-40 телефон һандары буйынса мөрәжәғәт итеүҙәрен һорайҙар.

«Башинформ» быға тиклем хәбәр итеүенсә, яҡташыбыҙҙың балаларына 1,8 миллион һум бурысы йыйылған.



Вернуться назад