Башҡортостанда юл фажиғәһендә ике медицина хеҙмәткәре һәләк булған19.06.2026

Башҡортостанда юл фажиғәһендә ике медицина хеҙмәткәре һәләк булған

Фото: Башҡортостан буйынса ЮХХДИ | Башҡортостан буйынса ЮХХДИ

Башҡортостанда ашығыс ярҙам автомобиле ҡатнашлығында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы тураһында тулыраҡ мәғлүмәт билдәле булды. Аварияла өс кешенең, шул иҫәптән ике медицина хеҙмәткәренең ғүмере өҙөлгән.

«Башинформ» асыҡлауынса, 20 йәшлек пассажир пациент түгел, ә ашығыс ярҙам машинаһы водителенең ҡыҙы булып сыҡҡан. Атаһы уны Өфөнән өйөнә алып ҡайтып барған.

Хоҡуҡ һаҡлау органдары эшмәкәрлеген көйләү өсөн ваҡиға урынына Дыуан районы прокуроры Тимур Йәнбәков килгән. Күҙәтеү ведомствоһы авария сәбәптәрен асыҡлауҙы контролдә тота, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге тураһында ҡануниәттең үтәлешен тикшерә.



Вернуться назад