Өфө районында ял базаһы пляжында 19 йәшлек егет батып үлгән

Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, Өфө районының Михайловка ауылы янындағы «Лукоморье» ял базаһы пляжында фажиғә булған. Пляж ҡотҡарыусылары 19 йәшлек егетте һыуҙан сығарған. Реанимация ярҙам итмәгән, ашығыс ярҙам бригадаһы уның үлемен раҫлаған.
Ошо хәлдең шаһиттары әйтеүенсә, егет иҫерек булған.
Фажиғә сәбәптәре асыҡлана.
Бынан алдараҡ Башинформ Башҡортостанда һыу инеү миҙгеле башланғандан алып алты кешенең һыуға батып үлеүе тураһында хәбәр иткәйне.