Хужабикә янғында һәләк булған.

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, кисә төнгә ҡарай ашығыс хеҙмәттәргә Стәрлебаш районының Күндерәк ауылында янғын сығыуы тураһында хәбәр килгән.
Ут дөйөм майҙаны 60 квадрат метр булған ағас йортто ялмап алған. Ваҡиға урынына Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының янғын һүндереүселәре һәм Баҡый ауыл советының ирекле янғын һүндереү командаһы юлланған.
Дөйөм тырышлыҡ менән янғын һүндерелгән. Янғын һүндереүселәр килеп еткәнсе күршеләре 84 йәшлек хужабикәне ут эсенән алып сыҡҡан. Ваҡиға урынына килгән медиктар уның үлемен раҫлаған.
Янғын сәбәбе асыҡлана. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, янғынға йәшен сәбәпсе булыуы ихтимал.