Республикала «Рено» менән юл фажиғәһендә «ВАЗ» водителе һәм уның пассажиры һәләк булған

Башҡортостандың Дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн төнгө сәғәт 2-лә Стәрлетамаҡтың Хоҙайбирҙин урамында «ВАЗ-2109» рулендәге водитель 21 йәшлек водитель идара иткән «Рено Эспейс» автомобиле менән бәрелешкән.
Юл фажиғәһендә «ВАЗ»дың 18 йәшлек водителе һәм уның бәлиғ булмаған пассажиры үлемесле йәрәхәттәр алған. Ошо еңел машинала ултырған тағы бер үҫмер ашығыс ярҙам бригадаһы менән ҡала дауаханаһына оҙатылған. «Рено» водителе иҫән-һау.
Әле дәүләт автоинспекцияһы ваҡиға сәбәптәрен асыҡлай.