Тәфтиш эштәре барышында ул бер айға яҡын рәшәткә артында ултырырға тейеш.
Туймазы районында уҡыусыны үлтереүҙә ғәйепләнеүсе егет һаҡ аҫтына алынды. Был хаҡта Башҡортостан прокуратураһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Тәфтишселәр фаразы буйынса, 12 июндә көндөҙ Ҡандра ауылында 21 йәшлек егет үҫмергә бысаҡ менән сәнскән. Йәрәхәттәрҙән бала урында уҡ йән биргән.
Суд прокуратура талабын ҡәнәғәтләндерҙе һәм ғәйепләнеүсене һаҡ аҫтына алды. Ул кәмендә 2026 йылдың 12 авгусына тиклем тәфтиш изоляторында ултырасаҡ. Хоҡуҡ һаҡлаусыларҙың эшмәкәрлеген координациялау өсөн ваҡиға урынына Туймазы район-ара прокуроры вазифаһын башҡарыусы Денис Агапитов барған.
«Үлтереү» статьяһы (Рәсәй Енәйәт кодексының 105-се статьяһының 1-се өлөшө) буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Тикшереү барышын күҙәтеү ведомствоһы айырым контролдә тота, тип хәбәр иткәйне «Башинформ».