Тәфтиш комитеты хоккейсы Егор Ядыкиндың үлеме тураһында тулыраҡ мәғлүмәттәр еткерҙе

«Норильск» клубының 21 йәшлек һөжүмсеһе Егор Ядыкин менән бергә уның олатаһы ла һәләк булған. Башҡортостандың Тәфтиш комитетында был мәғлүмәтте раҫланылар.
«Тәфтиш идаралығы Салауат ҡалаһында ике ирҙең үлем сәбәптәрен асыҡлай», – тип асыҡлыҡ индерҙеләр ведомствола.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бынан алдараҡ уҙған миҙгелдә Юғары хоккей лигаһынан «Норильск» хоккей клубы өсөн сығыш яһаған Егор Ядыкиндың фажиғәле һәләк булыуы хаҡында билдәле булды. Тәүгеләрҙән булып ҡайғылы хәбәрҙе хоккей клубы еткерҙе.