Өфө районында аварияла 20 йәшлек пассажир һәләк булған

Бөгөн иртәнге сәғәт 8-ҙә Өфө районында өс автомобиль ҡатнашлығында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Был хаҡта Башҡортостандың баш дәүләт автоинспекторы Владимир Севастьянов хәбәр итте.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Hyundai Accent автомобиле водителе юл ыңғайы китеп барған Mitsubishi Outlander менән бәрелешкән. Бәрелешкәндән һуң Hyundai ҡаршы һыҙатҡа сығып, «Лада» автомобиленә барып төкөлгән.
Аварияла Hyundai автомобиленең 20 йәшлек пассажиры тиҙ ярҙам килеп еткәнсе урында йән биргән. Ошо уҡ машинаның водителе һәм тағы бер пассажиры дауаханаға оҙатылған.
Әлеге ваҡытта фажиғә сәбәптәре асыҡлана. Урында юл-патруль хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре һәм тәфтиш-оператив төркөм эшләй.