Ҡот осҡос фажиғә: Башҡортостанда өс бала янып үлгән

Салауат районының Яңы Ҡаратаулы ауылында янғын өс баланың ғүмерен өҙгән. Бөгөн көндөҙ Йүрүҙән урамында 6х6 метр ҙурлығындағы өй янып киткән. Янғын тулыһынса һүндерелгән.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, емереклектәр араһында 6, 8 һәм 11 йәшлек балаларҙың кәүҙәләре табылған.
Фажиғә урынына Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы етәксеһе Владимир Горин юлланған. Урында шулай уҡ тәүтикшереүселәр, һынау янғын лабораторияһы эксперты, тәфтиш органдары, шулай уҡ психологтар эшләй. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.