Башҡортостанда һатыусы үҫмергә һыра һатып тотолған10.06.2026

Уға енәйәт яуаплылығы янай.

Фото: «Башинформ» | архив

Нефтекама магазины һатыусыһы бәлиғ булмаған балаға алкоголь һатҡан өсөн енәйәт яуаплылығына тарттырыла. Был хаҡта Башҡортостан прокуратураһынан хәбәр иттеләр.

Ведомство мәғлүмәте буйынса, 2026 йылдың февралендә ул Төҙөүселәр урамындағы магазинда үҫмергә спиртлы эсемлек һатҡан. Әйткәндәй, был тәүге осраҡ түгел, бер нисә ай элек кенә уға шуның өсөн өсөн штраф һалынған.

Закон буйынса, әгәр тағы ла бәлиғ булмағандарға спиртлы эсемлек һатып тотолһаң, был енәйәт эше тип һанала. Хәҙер һатыусыға ҙур штраф йәки холоҡ төҙәтеү эштәре янай.

Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен тулыһынса таныған. Енәйәт эше ҡарау өсөн Нефтекама ҡала судына ебәрелгән.



Вернуться назад