Нефтекамалар ҙур янғындан һуң өйөнә ҡайта алмай09.06.2026

Нефтекамалар ҙур янғындан һуң өйөнә ҡайта алмай

Фото: Эльдар Валидов | vk.com

Нефтекамала янғын сыҡҡан күп фатирлы йортта йәшәүселәр әлегә өйөнә ҡайта алмай. Биш кеше ваҡытлыса тороу пунктында ҡала, ҡалғандары туғандарында йәшәй. Был хаҡта хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов белдерҙе.

«Хәҙерге ваҡытта газ һәм электр менән тәьмин итеүҙе тергеҙеү, шулай уҡ ҡыйыҡ ябыу эштәре башҡарыла», – тип билдәләне ул.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, июндә Кувыкин урамындағы биш ҡатлы йорттоң ҡыйығы янып киткән. Ут 2 мең квадрат метр майҙанды ялмап алған. 15 кеше ҡотҡарылған, шуларҙың бишәүһе – балалар. Бөтәһе 69 кеше, шул иҫәптән 7 бала эвакуацияланған.




Вернуться назад