Сабыйын да күреп өлгөрмәгән: Өфөлә бер ҡатын бала тапҡандан һуң вафат булған03.06.2026

Сабыйын да күреп өлгөрмәгән: Өфөлә бер ҡатын бала тапҡандан һуң вафат булған

Фото: Ксения Калинина | «Башинформ»

Өфөнөң Киров районы буйынса тәфтиш бүлеге «үҙенең һөнәри бурыстарын тейешенсә үтәмәү һөҙөмтәһендә һаҡһыҙлыҡ буйынса кешене үлемгә дусар итеү» статьяһында ҡаралған енәйәт билдәләре буйынса перинаталь үҙәктә ҡатындың үлем осрағы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатты.

Башҡортостан буйынса Тәфтиш идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2026 йылдың апрелендә анестезиянан һуң 39 йәшлек йөклө ҡатынға анафилактик шок булған. Баланың ғүмере ҡотҡарып ҡалынған, әммә икенсе көндө әсә яҡты донъя менән хушлашҡан.

«Тикшереү эштәре алып барыла, суд-медицина экспертизаһы тәғәйенләнгән. Тикшереү барышында пациентҡа ярҙам күрһәткән медицина персоналының эшенә хоҡуҡи баһа биреләсәк», — тип хәбәр иттеләр ведомствонан.



Вернуться назад