Башҡортостанда йылға-күлдәрҙә кемдәрҙең йышыраҡ һәләк булыуы билдәле булды29.05.2026

1-30 июндә һыу объекттарында хәүефһеҙлек айлығын үткәреү планлаштырыла.

Фото: Ксения Калинина | «Башинформ»

Йыл башынан алып Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына республиканың һыу объекттарындағы хәл-ваҡиғалар тураһында 20 хәбәр килгән, йылға-күлдәрҙә 19 кешенең, шул иҫәптән 3 баланың ғүмере өҙөлгән. Май айында ғына 13 кеше батып үлгән. Был хаҡта Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм эҙемтәләрҙе бөтөрөү, янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса комиссияһында Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығының һыу объекттарында кешеләрҙең хәүефһеҙлеге бүлеге етәксеһе Елена Хөснөтдинова һөйләне.

«Кешеләрҙең үлеменә бәйле хәл-ваҡиғаларға анализ шуны күрһәтте: һәләк булғандарҙың 68% – ир-егеттәр, ҡалғандары – ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар; һәләк булғандарҙың 81% – ауыл ерендә йәшәүселәр; 75% – 60 йәшкә тиклемгеләр», — тине ул.

Һыу ингәндә һәләк булыуҙың төп сәбәптәре – тыйылған билдәләр ҡуйылған урындарға иҫерек килеш төшөү һәм балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырыу.

Хәбәр иткәнебеҙсә, Башҡортостанда һыуға батҡан үҫмерҙең кәүҙәһен дүрт көндән һуң ғына тапҡандар.



Вернуться назад