Һиндостан ҡунаҡтары Башҡортостан тауҙарында аҙашҡан28.05.2026

Төнгә ҡарай тауға менеү ҡотҡарыусыларҙы саҡырыу менән тамамланған.

Фото: Кирилл Первов | Мах

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов хәбәр итеүенсә, 20-21 йәшлек өс һинд егете Айғыр ҡаяларына походҡа юлланған. Улар тауға ҡараңғы төшкәс кенә менеп еткән. Ҡараңғыла төшөү хәүефле буласағын һиҙемләп, йәштәр экстрен хеҙмәттәргә шылтыратҡан.

Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары туристарҙың ҡайҙа икәнен тиҙ генә асыҡлаған, уларҙы тапҡан һәм «Айғыр» приютына тиклем оҙатып ҡуйған. Бер кемгә лә медицина ярҙамы талап ителмәгән.



Вернуться назад