Республика халҡын БПЛА ярҙамында күнекмәләр үткәреү тураһында иҫкәрттеләр28.05.2026

Граждандарҙы тыныслыҡ һаҡларға һәм рәсми мәғлүмәт сығанаҡтарына ғына ышанырға саҡыралар.

Фото: Өфө мэрияһы | Мах

Бөгөн Өфөлә һәм Иглин районында Башҡортостан Республикаһының Оператив штабына ингән ведомстволарҙың хеҙмәткәрҙәре террористик акт хәүефе янағанда ведомство-ара үҙ-ара эш итеү тәртибен өйрәнә.  

Баш ҡала мэрияһы мәғлүмәттәре буйынса, күнекмәләр үткәреү өсөн ашығыс хеҙмәттәрҙең көстәре һәм саралары йәлеп ителгән. Пилотһыҙ осоу аппараттарын файҙаланыуҙары мөмкин. Өфөлә саралар тимер юл вокзалында уҙғарыла.

 




Вернуться назад