«Нөрлө» станцияһында эҙләү-ҡотҡарыу эштәре тамамланды25.05.2026

«Нөрлө» станцияһында эҙләү-ҡотҡарыу эштәре тамамланды

Фото: Башҡортостан прокуратураһы | Мах

«Нөрлө» линия производство-диспетчер станцияһында эҙләү-ҡотҡарыу эштәре тамамланды. Был хаҡта «Транснефть – Урал» компанияһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте. Производствола янғын сығыу сәбәпле һәләк булған дүртенсе эшсенең кәүҙәһе табылған.

«Һәләк булған эшселәрҙең туғандарына һәм яҡындарына социаль түләүҙәрҙән тыш, коллектив килешеүгә ярашлы матди корпоратив ярҙам да күрһәтелә. «Транснефть — Урал» акционерҙар йәмғиәте линия производство-диспетчер станцияһында булған ғәҙәттән тыш хәлдең сәбәптәрен асыҡлау өсөн хоҡуҡ һаҡлау һәм контролдә тотоусы органдар менән үҙ-ара бәйләнештә эшләй», — тип белдерҙеләр ойошмала.

Бынан алдараҡ Башинформ Өфө районындағы «Нөрлө» линия производство-диспетчер станцияһында сыҡҡан янғындан һуң «Транснефть – Урал» акционерҙар йәмғиәтенең Черкассы нефть үткәргес идаралығында (филиалында) өс эшсенең кәүҙәһен табыуҙары тураһында хәбәр иткәйне. Резервуарҙарҙы эксплуатациялау участкаһының технологик ҡулайламаларын ремонтлау слесарын эҙләү эштәре алып барылды. Бынан тыш, «Геоэкокад» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең 54 йәшлек таҙартыусыһы дауаханала йән биргән, уның тәненең 90% бешкән булған. Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы Ростехнадзор менән берлектә бәхетһеҙ осраҡты тикшерә башланы.




Вернуться назад