Өфө янындағы нефть базаһында сыҡҡан янғында зыян күреүселәрҙең хәле билдәле булды15.05.2026

Улар табиптар күҙәтеүендә ҡала.

Фото: Ксения Калинина | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ике кеше ауыр хәлдә Республика тән бешеү үҙәге реанимацияһында ята. Өсөнсө пациенттың хәле яҡшыраҡ. Ул яйлап һауығыуға табан бара. Табиптар уның хәлен ҡәнәғәтләнерлек тип баһалай.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфө районының Нөрлө ауылы янындағы сәнәғәт объектында ҙур янғын сыҡҡан. Уны һүндереүгә 46 кеше һәм 15 берәмек техника, шул иҫәптән Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан 38 белгес һәм 13 берәмек техника йәлеп ителгән. Фажиғәлә өс кеше зыян күргән.



Вернуться назад