Өфөлә мутлашыусылар пенсионерҙың миллион һум аҡсаһын һәм алтын ҡойолмаһын урлай алмаған14.05.2026

82 йәшлек ир аферистарҙың ҡорбаны була яҙған, ләкин ваҡытында аңлап, аҡсаһын һаҡлап ҡала алған.

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, барыһы ла мессенджерҙа иҫәпләгесте тикшереү тураһында хәбәрҙән башланған. Һуңынан пенсионерға «банктан» һәм «полициянан» шылтыратып, уның иҫәбендәге аҡсаны сит илгә күсерәләр тип әйткәндәр. Оло кеше борсолоп киткән һәм үҙенең 3 миллион һумдан ашыу аҡсаһын иҫәптән алған, 2 миллион һумға алтын ҡойолма һатып алған һәм икенсе банкта тағы 600 мең һумын ҡулаҡсаға әйләндергән. Ошо ваҡыт эсендә мутлашыусылар уның менән бәйләнештә торған.

Алтын ҡойолмаһын бирергә ваҡыт еткәс, ир кеше уйға ҡалған. Мутлашыусылар янай башлаған, ләкин пенсионер уларға ышанмаған һәм телефонын һүндергән. Икенсе көндө ул полицияға ғариза яҙған. Енәйәт эше ҡуҙғатылған.



Вернуться назад