Башҡортостанда кескәй бала һыуға батып үлгән

Дыуан районында бәләкәй баланың йәнһеҙ кәүҙәһе табылған. Республиканың Тәфтиш комитеты был мәғлүмәтте раҫланы.
11 майҙа кис көнө бала әсәһе һәм башҡа өлкәндәр, балалар менән бергә урманда булған. Ҡайһылыр мәлдә сабый ҡарауһыҙ ҡалған һәм юғалған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, бала йылға ярына барып етеп, һыуға ҡолаған.
«Эҙләү барышында баланың кәүҙәһен йылғала тапҡандар, бер ниндәй ҙә йәрәхәттәр юҡ», – тип асыҡлыҡ индерҙеләр Тәфтиш комитетында.
Суд экспертизалары тәғәйенләнгән, ата-әсәләрҙән һәм башҡа шаһиттарҙан һорау алыу башланған. Енәйәт эшен тикшереүҙе республиканың тәфтиш идаралығы етәкселеге контролдә тота.