Өфө мэрын дауаханаға алып киткәндәр12.05.2026

Өфө мэрын дауаханаға алып киткәндәр

Фото: Ксения Калинина | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Өйҙә һаҡ аҫтында ултырған баш ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев дауаханаға оҙатылған. «Башинформ»ға үҙенең сығанағы хәбәр итеүенсә, йөрәге ауыртыуға зарланған мэрҙы «ашығыс ярҙам» менән дауаханаға алып киткәндәр.

Бынан алдараҡ Өфө мэрына хөкөм сараһы үҙгәртелде. Башҡортостандың Юғары суды ғәйепләнеүсенең, яҡлаусының апелляция ялыуын һәм прокурорҙың Совет районы суды ҡарарына апелляция күрһәтмәһен ҡараны. Ратмир Мәүлиев Тәфтиш изоляторынан сығарылды һәм ике айға өйҙә һаҡ аҫтында ҡалдырылды. 




Вернуться назад