Ейәнсурала газ шартлаған

Ейәнсура районының Яңы Павловка ауылында газ шартлау һөҙөмтәһендә ике фатирлы йорт емерелгән. Һәләк булыусылар һәм зыян күреүселәр юҡ, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан.
Ике хужаға иҫәпләнгән кирбес йортта көнкүреш газы шартлаған, ике фатирҙың да ҡыйығы һәм стеналары емерелеп төшкән. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.
