Өфө эргәһендәге юл фажиғәһендә йөк машинаһы водителе һәләк булған07.05.2026

7 майҙа Өфө районында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән.

Фото: Башҡортостандың Дәүләт автоинспекцияһы | Мах

Башҡортостандың Дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, М-5 «Урал» автомобиль юлының 1467-се километрында «Скания» йөк машинаһы водителе, идара итеү һәләтен юғалтҡан һәм тәгәрмәсе тишелеп, юл ситендә туҡтаған «Донкфенк» йөк машинаһы менән бәрелешкән.

Фажиғәгә тиклем «Вольво» йөк машинаһы ла ошонда туҡтаған, уның водителе «Донкфенк»тың тәгәрмәсен алмаштырырға ярҙам итергә булған.

Аварияла йөк машиналары янында торған «Вольво» водителе һәләк булған.

Юл-транспорт ваҡиғаһының сәбәптәрен асыҡлайҙар. Урында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа экстрен хеҙмәттәр эшләй.

 



Вернуться назад