Өфө мэрына хөкөм сараһы үҙгәртелде06.05.2026

Башҡортостандың Юғары суды ғәйепләнеүсенең, яҡлаусының апелляция ялыуын һәм прокурорҙың Совет районы суды ҡарарына апелляция күрһәтмәһен ҡараны.

Фото: Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса идаралығы | Мах

Өфө хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев ике айға тиерлек өйҙә һаҡ аҫтында ҡалдырылды. Башҡортостан Республикаһы судтарының берләшкән матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ғәйепләнеүсенең шәхесе һәм уның бәләкәй балалары хаҡында мәғлүмәттәрҙе иҫәпкә алып, апелляция инстанцияһы суды һаҡ аҫтына алыу рәүешендә ҡаты хөкөм сараһын ҡулланырға нигеҙ тапмаған.

«Башҡортостан Республикаһы Юғары судының апелляция ҡарары менән уға 28 июнгә тиклем өй аресты билдәләнде», — тиелә инстанция белдереүендә.

Бынан алдараҡ Совет районы суды ҡала башлығын 11 июлгә тиклем тәфтиш изоляторына оҙатыу тураһында ҡарар сығарғайны. Ул вазифа вәкәләттәрен арттырыуҙа һәм айырыуса ҙур күләмдә ришүәт алыуҙа ғәйепләнә.



Вернуться назад