Өфө мэры Ратмир Мәүлиев һаҡ аҫтына алынды30.04.2026

Ул вазифа вәкәләттәрен арттырыуҙа һәм айырыуса ҙур күләмдә ришүәт алыуҙа ғәйепләнә.

Фото: Ксения Калинина | «Башинформ»

30 апрелдә Өфөнөң Совет районы суды ҡала мэры Ратмир Мәүлиевҡа ҡарата хөкөм сараһын һайланы. Башҡортостан Республикаһы судтарының берләшкән матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ҡала башлығы 2026 йылдың 11 июленә тиклем һаҡ аҫтына алынды. Әлегә ҡарар законлы көсөнә инмәгән.

Суд залында Мәүлиев тәфтишселәр менән хеҙмәттәшлек итеүе тураһында белдерҙе, шулай уҡ бөтә мөлкәтен үҙ аҡсаһына һатып алыуын билдәләне. Ҡала башлығы үҙ ғәйебен танымай. 

Бынан алдараҡ Башҡортостан Башлығы хакимиәтендә Өфө мэрының ҡулға алыныуына аңлатма бирҙеләр. Ратмир Мәүлиев вазифа вәкәләттәрен арттырыуҙа һәм айырыуса ҙур күләмдә ришүәт алыуҙа ғәйепләнә.

Бынан тыш, хакимиәт башлығы урынбаҫары, хакимиәттең ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре идаралығы начальнигы урынбаҫары һәм шифахана директоры «вазифа вәкәләттәрен арттырыу» статьяһында ҡаралған енәйәттәр ҡылыуҙа ғәйепләнә. Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре идаралығы етәксеһе урынбаҫары Рушат Фазлиәхмәтов 11 июлгә тиклем һаҡ аҫтына алынды. Шулай уҡ Совет районы суды тәфтишселәрҙең тағы бер үтенесен ҡәнәғәтләндерҙе һәм «Радуга» шифаханаһы директоры Алексей Силинға 11 июлгә хәтлем билдәле бер ғәмәлдәрҙе башҡарыуҙы тыйҙы.



Вернуться назад