Кисә көндөҙ Асҡын районында үлемесле янғын сыҡҡан.

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, Ҡышлау-Йылға ауылында бер ҡыйыҡ аҫтындағы йорт, веранда һәм мунса янған.
Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы янғын һүндереүселәре урындағы ирекле янғын командалары менән бергә утты һүндергән. Ләкин янғын урынын тикшереү барышында 57 йәшлек ҡатындың һәм уның бәлиғ булмаған улының йәнһеҙ кәүҙәләре табылған.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәүтикшереүсеһе һәм оператив-тикшереү төркөмө янғын сәбәптәрен асыҡлай.
