Башҡортостанда БПЛА һөжүме ваҡытында заводтың янғын һағы водителе һәләк булған15.04.2026

Башҡортостанда БПЛА һөжүме ваҡытында заводтың янғын һағы водителе һәләк булған

Фото: Ксения Калинина | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Стәрлетамаҡтың сәнәғәт зонаһына БПЛА һөжүм итеүе һөҙөмтәһендә бер предприятиеның янғын һағы водителе һәләк булған. Был хәбәрҙе 15 апрелдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров еткерҙе.

«Уның туғандарының һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашам. Ғаиләгә мотлаҡ тейешле ярҙам күрһәтербеҙ», — тип яҙҙы республика етәксеһе социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн Башҡортостан БПЛА-ның террористик һөжүменә дусар булды. Бер нисә пилотһыҙ осоу аппараты Стәрлетамаҡтың сәнәғәт зонаһы өҫтөндә атып төшөрөлгән. Уның ҡалдыҡтары бер предприятие территорияһына төшкән. Экстрен хеҙмәттәр янғынды һүндергән.



Вернуться назад