Башҡортостан Башлығы БПЛА-ның Стәрлетамаҡҡа һөжүменә комментарий бирҙе15.04.2026

Башҡортостан Башлығы БПЛА-ның Стәрлетамаҡҡа һөжүменә комментарий бирҙе

Фото: Олег Яровиков | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров пилотһыҙ осоу аппараттарының Стәрлетамаҡҡа һөжүм итеүенә комментарий бирҙе. 

«Башҡортостан БПЛА-ның террористик һөжүменә дусар булды. Бер нисә пилотһыҙ осоу аппараты Стәрлетамаҡтың сәнәғәт зонаһы өҫтөндә атып төшөрөлгән. Уның ҡалдыҡтары бер предприятиеның территорияһына төшкән. Бөтә хеҙмәттәр ҙә эшләй, янғынды һүндерә», — тип хәбәр итте республика етәксеһе.

Бөгөн Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителгәйне. 



Вернуться назад