Бәләбәйҙә ҡурҡыныс аварияла дүрт кешенең ғүмере өҙөлгән15.04.2026

Бәләбәйҙә ҡурҡыныс аварияла дүрт кешенең ғүмере өҙөлгән

Фото: Башҡортостан буйынса Дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәте | Мах

Бәләбәй районында теркәлгән авария дүрт кешенең ғүмерен өҙгән. Таңғы сәғәт алтыла Бәләбәй – Приют автомобиль юлының 28-се километрында «Дэу Нексия» юл ситенә сығып осҡан. Машина түңкәрелгән. Рулдәге үҫмерҙең водитель таныҡлығы юҡ.  

Юл фажиғәһендә 27 йәшлек ир, 29, 28 һәм 25 йәшлек ҡатын-ҡыҙҙар һәләк булған. Водитель үҙе ауыр хәлдә дауаханаға оҙатылған.

Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәренең эшен координациялау, шулай уҡ хәл-шарттарҙы асыҡлау өсөн Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығы начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы, полиция полковнигы Олег Дмитриев юл-транспорт ваҡиғаһы урынына барған. Тикшереү башланған, тип хәбәр иттеләр дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәтенән.

Кисә Өфө – Белорет трассаһында ике йөк машинаһы бәрелешкән. Ике водитель дә һәләк булған.



Вернуться назад