Өфөлә эттәрҙең кешеләргә ташланыу осраҡтары арта08.04.2026

Баш ҡалала берәҙәк эттәрҙең ташланыу осраҡтары арта: бер аҙнала 14 кеше зыян күргән, уларҙың дүртәүһе — балалар.

Фото: Ксения Калинина | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Йыл башынан ҡаланың Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтенә хужаһыҙ эттәргә бәйле 839 мөрәжәғәт килгән, был уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 82-гә күберәк. Был ваҡыт эсендә 1171 эт (былтыр 863) тотолған. Мэрияла уҙған оператив кәңәшмәлә ҡаланың граждандарҙы яҡлау идаралығы начальнигы Руслан Шәйҙуллин шул хаҡта һөйләне.

Уның һүҙҙәренсә, 88 осраҡ теркәлгән, шуларҙың 17-һе – балалар менән. Сағыштырыу өсөн, былтыр ошондай 2 генә осраҡ булған, уларҙың береһе – бала.

«Һуңғы аҙнала ғына 48 мөрәжәғәт ҡабул ителгән. 152 этте тотҡандар, 14 кеше зыян күргән, шул иҫәптән дүрт бала. Барыһы ла медицина ярҙамы алған һәм травмпункттан ҡайтарып ебәрелгән йәки дауаханаға оҙатылған», — тине Руслан Шәйҙуллин.

Ҡала властары халыҡты һаҡ булырға һәм хужаһыҙ йөрөгән эттәр тураһында ЕДДС телефонына хәбәр итергә саҡыра.

https://www.bashinform.ru/news/law/2026-04-08/v-ufe-sobaki-massovo-napadayut-na-lyudey-4643813



Вернуться назад