Өфөлә ятаҡта студенттарға һөжүм иткән үҫмергә арест ваҡыты оҙайтылды07.04.2026

Ул тәфтиш изоляторында ҡала.

Фото: Ufa_rb | Новости. Уфа Башкортостан | телеграм

Өфөлә Башҡорт дәүләт медицина университеты ятағында студенттарға бысаҡ менән ташланған үҫмергә арест ваҡыты оҙайтылды. Ул 7 июнгә тиклем тәфтиш изоляторында ҡала. Был турала «Башинформ» агентлығына Башҡортостан судтарының берләшкән матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостандың Тәфтиш комитеты үлтерергә маташыу һәм полицейскийҙарға һөжүм итеү тураһында енәйәт эше ҡуҙғатты. Фигурант – үҙен дә йәрәхәтләгән 15 йәшлек үҫмер. Әлеге осраҡтан һуң биш кеше дауаханала ятып сыҡты. Уларҙың барыһына ла тейешле медицина ярҙамы күрһәтелде.

https://www.bashinform.ru/news/law/2026-04-07/podrostku-napavshemu-na-studentov-v-obschezhitii-v-ufe-prodlili-arest-4642511



Вернуться назад