Иглин фермеры граната тапҡан06.04.2026

Хоҡуҡ һаҡлаусылар ваҡиға урынына юлланған.

Фото: Честный репортаж | Мах

Фермер Иглин районының Оло Теләк ауылы эргәһендәге баҫыуҙа граната тапҡан. «Честный репортаж» мәғлүмәттәре буйынса, уның янында гильзалар һәм ат амуницияһы ла булған.

Был граната Граждандар һуғышы осоронан бирле шунда ятҡандыр, тип уйлай ул. Әлеге ваҡытта полицейскийҙар һәм саперҙар ваҡиға урынына барырға сыҡҡан. 

https://www.bashinform.ru/news/law/2026-04-06/v-bashkirii-fermer-nashel-granatu-4640918



Вернуться назад