Башҡортостан күгендә 9 БПЛА атып төшөрөлгән02.04.2026

Бөгөн республика пилотһыҙ осоу аппараттары һөжүменә дусар булды.

Фото: «Башинформ» | сайт

2 апрелдә Башҡортостан күгендә ПВО 11 пилотһыҙ осоу аппаратының 9-ҙын атып төшөргән. Республика вице-премьеры Ирек Сәғитов журналистар менән осрашыуҙа ошо турала һөйләне.

Уның һүҙҙәренсә, БПЛА ҡалдыҡтары нефть эшкәртеү заводы биләмәһенә төшкән. Ә береһе М.Ғафури урамындағы йортҡа зыян килтергән.

Бынан алдараҡ Башинформ Өфөлә БПЛА һөжүменән зыян күргән йорттарҙа йәшәүселәргә ярҙам күрһәтеләсәге хаҡында хәбәр иткәйне. Ярҙам саралары ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса ведомство-ара комиссияһының сираттан тыш ултырышында тикшерелде.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн иртән Өфө пилотһыҙ осоу аппараттарының террористик һөжүменә дусар булды. Башҡортостан Башлығы хәбәр иткәнсә, бер БПЛА ҡалдыҡтары сәнәғәт биләмәһенә төшкән, ә бер дрон Ғафури урамындағы йортҡа зыян килтергән.

https://www.bashinform.ru/news/law/2026-04-02/v-nebe-nad-bashkiriey-sbili-9-bpla-4637192



Вернуться назад